Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2020, 14:39

Мутлыҡтар хаҡында белгән, әммә барыбер тоҙаҡҡа ҡапҡан

Салауат ҡалаһында йәшәгән 57 йәшлек ҡатын 430 мең һум кредит алып, шуны аферистарға күсергән.

Телефон аша бәйләнешкә ингән аферистарҙың ҡапҡанына нисек эләккәнен, ни өсөн уларҙың әйткәнен һис бер һүҙһеҙ үтәгәнен был ҡатын үҙе лә аңлата алмай. Ләкин хәҙер уға ҙур сумма кредитты ҡапларға тура киләсәк. Бер банк учреждениеһы ла кеше хәленә инеп, аҡсаға "алла һәпәр" итмәйәсәк, барыбер түләттерәсәк.
Һуңғы арала көн һайын күп кеше алдана, зинһар, һаҡ булығыҙ: ят бәндәләр менән һөйләшмәгеҙ, дуҫтар!
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас