Өр-яңы Leadstat ҡорамалы донор тромбоциттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Ул ҡанды йәбешмәһен өсөн даими бутап тора, шулай уҡ тотороҡло температура менән тәьмин итә.
Тромбоциттар кеше ҡанының тиҙ ойошоуы өсөн яуап бирә. Уларға айырыуса гематологик сирлеләр мохтажлыҡ кисерә.
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн онкогематологик сирлеләрҙең 47 процентына тромбоциттар талап ителә.
Донор тромбоциттары ауырыуҙың хәлен яҡшырта, күп осраҡта ғүмерен дә ҡотҡара.
Фото: БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы.