Дүртөйлө районы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ауыл хужалығы тармағы яҡшы үҫешкән район булараҡ, уны халыҡ телендә «икмәк төйәге» тип тә йөрөтәләр. Был бәрәкәтле ер халҡыбыҙға бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙе бүләк иткән: күренекле башҡорт шағирҙары Шәхехзада Бабич һәм Назар Нәжми, атаҡлы совет хоккейсыһы Ирек Ғимаев, билдәле артистар Фидан Ғафаров һәм Илһөйәр Ғизетдинова һ.б.
Кисә БР Стратегик тикшереүҙәр институты ғалимдары онлайн тәртиптә Дүртөйлө районы башҡорттары тарихы буйынса ғилми-методик пособиеларҙың һәм материалдарҙың презентацияһын үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, ғалимдар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының картаһы булдырылды һәм “Без – башҡортлар” тип исемләнгән китап нәшер ителде. Һәр район өсөн айырым баҫма донъя күрҙе. Иң ҡыуаныслыһы: унда төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға мөмкин.
– Беҙ брошюралар ярҙамында кешегә үҙ тарихы, тамырҙары хаҡында ябай һәм аңлайышлы мәғлүмәттәр еткерәбеҙ, – тине республиканың Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.
Дүртөйлө районының Исмаил урта мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәлиә Закирова үҙенең ауылы хаҡында һөйләне. «Бында йәшәүселәр үҙҙәрен: «Без – башкортлар» ти, элегерәк ауылыбыҙ икегә бүленгән ине, бер өлөшөн «башҡорт яғы», икенсе өлөшөн «типтәрҙәр яғы» тип йөрөттөләр. Ә хәҙер барыһы ла берҙәм башҡорт теле диалектында һөйләшәләр. Мәктәптә туған телде өйрәнеү бик көслө, башҡортлоҡ – беҙҙең ҡанда».
Бөгөн Исмаилдар ҙур итеп шәжәрәһен төҙөгән, әле үҙ ауылының тарихын өйрәнә, тимәк, бында быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, тиергә мөмкин. Онлайн-саранан улар яңы маҡсаттар ҡуйып, бик ҡәнәғәт таралышты.