Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2020, 09:07

Ағас күләгәһендә...

Бер ваҡыт Остаз эҫе ҡояштан ағас күләгәһендә йәшенеп ултырғанда, янына уҡыусыһы килә лә:– Яҙмыш бармы ул? – тип һорай. – Әйҙә, бында, күләгәгә, ултыр әле, – тип саҡыра өлкән кеше. – Бына һин, яҙмыш бармы, тип һораның. Миңә ағастың күләгәһе тураһында һөйлә: нимә ул, ҡайҙан бар була?

– Ҡояш ағастың бер яғына төшә, икенсе яғы күләгәлә ҡала. Беҙ ултырған күләгәле яҡ ҡояшлы яҡтан барлыҡҡа килгән. Ҡояш төшмәһә, күләгә лә булмаҫ ине... – тип үҙе белгәнен аңлатырға тырышҡан уҡыусы.
– Дөрөҫ. Тик һин бер нәмәне оноттоң: беҙ күләгәлә ултырғанда ағастың яҡты яғын күрмәйбеҙ. Бына кеше тормошо ла шулай кеүек: ғүмере ағасҡа оҡшаған, яҙмышы – күләгәгә. Киреһенсә була алмай. Йәғни яҙмыш күләгәһендә ҡасып ултырып, ғүмерҙең яҡты яғын эҙләп булмай...
Фото: Айсын АҠБУЛАТОВА.
Читайте нас: