Башта мендәр кәпрәненең (тәүге тышы) бер яҡ башын һүтеп, мамығын ипләп кенә ҙур иләккә ҡул менән бушатырға. Аҙаҡ уны иләк менән бергә кер һабыны йәки порошогы ебетелгән һыулы һауытҡа һалырға. Мамыҡты йыуғас, иләк аша һарҡытырға, ағып торған йылы һыу менән сайҡатырға. Елһеҙ ҡояшлы урында гәзит өҫтөнә йәйеп киптерергә. Кәпрәнде лә йыуып, үтекләп, кипкән мамыҡты тултырып, тегеп ҡуйырға.