Өфөлә ағалы-һеңлеле ике бала юғалған. “ Лиза Алерт Башҡортостан” төркөмөнән хәбәр итеүҙәренсә, 14 йәшлек Йософ менән 12 йәшлек Нурия Климовтар мәктәптән ҡайтырға сыҡҡанда ғәйеп булған. Улар медицина ярҙамына мохтаж.
Йософтоң билдәләре: буйы 152 см, уртаса кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле. Күк джинсы салбар менән күк куртка кейгән.
Нурияның билдәләре: буйы 164 см, ҡаҡса кәүҙәле, һоро сәсле. Өҫтөнә оҙон ҡыҙыл куртка менән ялтырауыҡлы күк шапка кейгән.
Уларҙы күреүселәр булһа, полицияға хәбәр итегеҙ.
Фото: Лиза Алерт Башкортостан.