Башҡортостандан Сергей һәм Юлиана исемле ир менән ҡатын лотореяла 4 126 116 һум отҡан.
Билдәле булыуынса, бығаса улар лотореяла ҡатнашып йөҙ мең еңгән булған. Уңышлы ғаилә был юлы миллионерға әйләнгән.
Ғаилә башлығының һүҙҙәре буйынса, ул автоматик рәүештә үҙенә оҡшаған һандарҙы һайлай. Тап ул беренсе булып еңеү тураһында белгән һәм ҡатынына хәбәр иткән.
Аҡсаны ғаилә эшҡыуарлыҡҡа һалмаҡсы. Уларҙың үҙ стоматологик кабинеты бар.