Буласаҡ беренселек элеккенән айырмалы рәүештә икегә бүленеп уҙғарыласаҡ. Башта төркөм уйындары мартта уҙып, һуңынан һәр төркөмдән сыҡҡан икешәр көслө команда, май айында «иң-иң»ен асыҡлаясаҡ. Рәсәй үҫмерҙәре, үҙ тарихында икенсегә генә ошондай ҙур турнирҙа ҡатнаша. Улар һуңғы тапҡыр 2013 йылда сығыш яһағайны.