Чемпионадр лигаһында дебют яһаған бер «Краснодар» клубы ғына бер еңеү һәм ике тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнап, Европа лигаһының 1/16 финалына сыҡты. Ҡалғандары бөтөнләй еңеү бәхетен дә кисерә алмай, турнир менән хушлашты. «Зенити» командаһы биш тапҡыр отолоп, бер генә тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнаһа, «Локомотив» өс тапҡыр бирелеп, өсөһөндә дуҫтарса айырылыша һәм ЦСКА уйынсылары ла тимер юлсылар кеүек, өс тапҡыр еңелә һәм өс тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнай.
Ҡыҫҡаса, күмәгенә, 72 мөмкинлектән 12 мәрәй яулап, Рәсәй футбол кимәлен күрһәтте.