Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Декабря 2020, 11:00

Башҡорт теле көнөндә республикала ниндәй саралар ойоштороласаҡ?

Киләһе дүшәмбелә, йәғни 14 декабрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Байрамдың үткәреү идеяһы һәм 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны.Был көндә онлайн-офлайнда башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә.

14 декабрҙә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың танылған шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобын ойоштора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы БР дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса гранттар конкурсы еңеүселәре проекттарының күргәҙмәһе менән таныштыра.
Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бик күп, шул иҫәптән башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған саралар уҙғарыла, вариҫтары уның һәйкәленә сәскәләр һала. Халҡыбыҙ мәҙәниәтенең тағы ла бер арҙаҡлы шәхесе – билдәле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына ҡарата асыҡ дәрес була.
Байрам саралары республиканың барлыҡ мәҙәниәт учреждениеларында башлыса онлайн форматта ойошторола. Тулы программаһын БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин.

Фото: https://sibaydsa.wixsite.com
Читайте нас