Әбйәлил районында аварияла өс үҫмер һәләк булғандан һуң, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары шундай ҡарарға килгән. «Башҡа илдәрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙең илдә әлеге һорау буйынса закон төрлө яҡлап уйлап төҙөлгән. Икенсе мәсьәлә – ул закон нисек үтәлә, ғәйеплеләр ысынлап та яуаплылыҡҡа тарттырыламы?» – тип билдәләне парламент етәксеһе Константин Толкачев.
Константин Толкачевтың һүҙҙәренсә, штрафтарҙы арттырыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәк. Ул малдарға чип ҡуйырға һәм хужаларына идентификация үткәрергә тәҡдим итте. Депутаттар законды яңынан ҡарауға Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын, Юстиция министрлығын һәм Ветеринария идаралығын йәлеп итергә йыйына.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙың хужаһына 1 меңдән 3 меңгә тиклем, ойошмаларға – 15-20 мең һум штраф ҡаралған.