Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2020, 13:39

«Нескә генә ҡыҙҙар һыуыҡта ирекмән булып йөрөгәндә нисек ситтә тороп ҡалаһың?»

Стәрлетамаҡта бөтә стиль каратэ буйынса донъя чемпионы Александр Махновский ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылған.

Пандемия осоронда ирекмәндәр халыҡҡа шаҡтай ҙур ярҙам күрһәтә, бөгөн уларһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгелдер. Март айында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк идаралығында «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы эшләй башлағайны, яҙҙан бирле улар 97 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәткән. Ә 10 ноябрҙә булдырылған «Хәстәрлекле такси» акцияһы 4 мең заявка ҡабул итеп өлгөргән. Изге күңелле ирекмәндәрҙең хәрәкәтенә теләгән һәр кем ҡушыла ала.
Александр Махновский – бөтә стиль каратэ буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, донъя һәм Европа чемпионы. Әүҙем егет тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡта «Шотокан» спорт клубы тәрбиәләнеүселәрен каратэ серҙәренә өйрәтә. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, спортсы ирекмәндәргә ярҙам итергә тотонған.
– Нескә генә ҡыҙҙар һыуыҡта ирекмән булып йөрөгәндә нисек ситтә тороп ҡалаһың? Уларға еңелерәк булһын, ауырымаһын өсөн, эштән һуң ярҙамға ашығам. Ике сәғәттә аҙыҡ-түлек тупланмаларын таратып сығырға мөмкин, – ти Александр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 65 йәштән өлкән һәм хроник сирҙәре булған граждандарға ҡурсаланыу тәртибе 31 декабргә тиклем оҙайтылды. Уларға төшкө сәғәт 11-ҙән 13-кә тиклем кибеткә сығыу рөхсәт ителә. Әгәр һеҙгә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алырға кәрәк икән, «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабына 8-800-201-89-03 телефон һандары буйынса шылтыратып ярҙам һорай алаһығыҙ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас