Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2020, 18:10

Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы онлайн "түңәрәк өҫтәл"гә саҡыра

«Мегаполиста башҡорт теле: тенденциялар һәм перспективалар» тип аталған сара 12 декабрҙә ZOOM платформаһында үтәсәк. Ул Башҡорт теле йылына арналған һәм Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәрендә үтәсәк.



Осрашыуҙа дәүләт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнаша. Ҡатнашыусылар алдында түбәндәге спикерҙар сығыш яһаясаҡ:

✔ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова,
✔ БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин,
✔ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов,
✔ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Андрей Федоров,
✔ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова,
✔ Юғары экономика мәктәбе (НИУ ВШЭ) доценты, филология фәндәре кандидаты Борис Орехов,
✔ "Страна языков" проектына нигеҙ һалыусы, тел белгесе Василий Харитонов,
✔ тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов,
✔ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова,
✔ Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

ZOOM-осрашыу Мәскәү ваҡыты менән иртәнге 10-да башлана (беҙҙеңсә 12.00).
Сығыштарҙы тыңлау өсөн ошо һылтанма аша теркәлегеҙ: https://kurultay-msk.timepad.ru/event/1504030/

Фото: Т.Аманов
Читайте нас