Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2020, 12:30

Өфөлә өйҙәре янған ғаиләгә ярҙам итәләр

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Калинин районына ҡараған Базилевка ауылында йәшәүсе Хөснийәровтарға йорт төҙөү өсөн комплект килтерҙеләр. Ноябрь аҙағында йорттары янғындан зыян күреүсе күп балалы ғаилә 1 декабрҙә "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе секретарына, БР Башлығы Радий Хәбировҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Осрашыу һуңында Калинин районы башлығы Сергей Кожевниковҡа Хөснийәровтар менән осрашып, уларға яңы йорт төҙөүҙә ярҙам итергә һөйләшергә ҡушылды.

Сәйәси партияның "Беҙҙең хәстәр" проекты ирекмәндәре төҙөлөш кәрәк-ярағын бушатыуҙа ярҙам иткән. Улар артабан йорт ҡороуҙа ярҙам итәсәк.
"Берҙәм Рәсәй"ҙең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, Хөснийәровтар партияның ҡабул итеүҙәре декадаһы мәлендә мөрәжәғәт иткән. Уларҙа ярҙам итергә ҡарар ҡылынған. Район хакимиәте тиҙ арала йорт комплекты килтергән, дүрт балалы ғаилә торлаҡты Яңы йылға тиклем төҙөргә ниәтләй. Ғөмүмән әйткәндә йылытыу юҡлығы - баҡсасылыҡтарҙың төп проблемаһы. Был ғаилә йорттарын мунсалағы мейес ярҙамында йылытыуы янғынға килтергән.

Алһыу Хөснийәрова дәүләттән шулсама ҡыҫҡа ваҡытта ярҙам килгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Ошо ваҡыт арауығында ғаилә йылы әйберҙәр һәм эҫе аш менән тәьмин ителгән. Партия шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған ярҙам да күрһәткән.

"Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров та өмәлә ҡатнашҡан. Ирекмәндәр янған өй урынын таҙартып, төҙөлөш материалдарын бушатҡан. Бында хәҙер яңы йорт нигеҙе ҡорола башлаясаҡ.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас