Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабря 2020, 20:00

Билдәле актер Александр Самойлов вафат булған

Артист бер айҙан ашыу мәкерле сир менән көрәшкән.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зәхмәт көслөрәк булып сыҡҡан. Кисә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм М.Горький исемендәге МХАТ актёрына коронавирус диагнозын 2 ноябрҙә ҡуялар. 10 көн үткәс, уны үпкә шеше менән реанимацияға күсереп, яһалма тын алыу ҡорамалына тоташтыралар.
Табиптар нисек кенә тырышмаһын, артистың ғүмерен ҡотҡара алмай. 29 октябрҙә Александр Самойловҡа 68 йәш тулған.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Фото: «Башинформ».
Читайте нас