Филиал “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә бирелгән кредиттар буйынса банктың төбәк селтәрендә лидерлыҡты бирмәй.
«Торлаҡ мәсьәләһе – һәр ғаилә өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә булып тора һәм 2,7 йыллыҡ процент ставкаһы уны ауыр финанс йөгөнән тыш хәл итергә ярҙам итә. Ауыл ипотекаһы арҡаһында йылдар буйы аҡса йыйырға кәрәкмәй, ә бөгөн үк экологик таҙа районда үҙең шәхси торлағыңды алырға мөмкин”, – ти филиалдың директоры Алексей Самойлов.
Был программа сиктәрендә алынған торлаҡ ауыл биләмәһендә урынлашҡан булырға тейеш. Беҙҙең төбәктә уларға ҙур ҡалаларҙан тыш, бөтә кеше йәшәгән урындар инә. Бынан тыш, граждандарҙың айырым категорияһына ҡаланан ситтә торлаҡ һатып алыуға ипотека кредиты ставкаһы тағы ла түбәнерәк. Бына шул халыҡты үҙенә йәлеп итә лә инде.