Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабрь 2020, 18:10

Акимова төп составҡа ҡайтты

Иртәгә Австрияла биатлон буйынса Донъя кубогының өсөнсө этабы, спринт бәйгеһе менән старт аласаҡ.

Рәсәй йыйылма командаһы бер аҙ составын яңыртып, Евгений Гараничев, Кәрим Хәлили, Лариса Куклина һәм оҙаҡ ҡына ваҡыт ярышҡа сыҡмаған Татьяна Акимова менән тулыланды.
Донъя кубогының ике этабы ла Австрияла уҙасаҡ. Әлегә беҙҙекеләр эстафета ярышында ғына ике тапҡыр дүртенсе урынға сығып, күңелен йыуатты. Ул йәһәттән, Норвегия менән Швеция спортсыларына етеүселәр юҡ. Норвегия иҫәбендә биш алтын булһа, шведтар уларҙан бер генә «алтын»ға ҡалыша. Өсөнөсө урында – Италия (бер алтын). Франция биатлонсылары иһә, Фуркадһыҙ, өс көмөш миҙал менән бүләкләнде.
Фото: ТАСС.
Читайте нас