Өфөнән 21 йәшлек егет интернет селтәрҙәрендә ҡыҙ кеше булып теркәлә. Күп тә үтмәй, Владимир ҡалаһынан 55 йәшлек ир уға танышырға тәҡдим итә. Алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, ике әңгәмәсе оҙаҡ ҡына аралаша, бер-береһенә эҫенеп китә.
Ҡайһылыр арала мутлашыусы үҙенсәлекле тарих уйлап сығара. «Ҡыҙ»һөйгәненә психиатрия дауаханаһына эләгеүе, дауаланыу өсөн күп кенә аҡса кәрәк булыуы тураһында хәбәр еткерә, ярҙам итеүен һорай. Ир әхирәтен ауыл хәлдә ҡалдырмаҫҡа вәғәҙә бирә.
Владимирҙағы «Комсомольская правда» гәзите хәбәр итеүенсә, мутлашыусы ирҙән йәмғеһе 680 мең һум аҡса «һығып» алған. Уҙаман полиция хеҙмәтенә ғариза яҙған.
Енәйәтсене тотоуы ауыр булмаған. Хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү үткәреү маҡсатында егетте Владимир ҡалаһына алып барған. Мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: «Комсомольская правда».