Республика клиник перинаталь үҙәге табиптары уникаль операция яһаған. Улар ҙур миомаһы булған 37 йәшлек ҡатынға Кесерев кисеме яһап, сабыйын тыуҙырырға ярҙам иткән һәм шешен алған. Шул уҡ ваҡытта уның аналығы ла һаҡлап ҡалынған. Әмәлиәтте клиниканың тәжрибәле хирургтарының береһе Алексей Фролов эшләгән. 3 кг 400 г сабый Апгар шкалаһы буйынса 8/9 балл менән һау- сәләмәт тыуған. Миома төйөнөнөң ауырлығы 1845 грамм тәшкил иткән. Операция барышында бер төркөм анестезиологтар бригадаһы трансфузиологтар менән бергә бала табыусы ҡатын ҡан юғалтыуҙы ауыр кисермәһен өсөн махсус аппарат ярҙамында ҡанды таҙартып, кире организмға ебәреп торған.