Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премия «Шәфҡәтлелек шаһиттары» хәйриә фонды һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте ярҙамында булдырылған. Кисә жюри ағзалары конкурс еңеүселәрен иғлан итте.
«Бөгөн оло шатлығым менән уртаҡлашам. Рәсәйҙә халыҡтың рухиәтенә битараф булмаған кешеләр бар әле. Улар беҙгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. «Шәфҡәтлелек шаһиттары» хәйриә фондын асҡан Лилиә Михайлова шағирҙарҙы һәм яҙыусыларҙы бүләкләү өсөн аҡса бүлде. Конкурсты минең исемем менән атаны. Сикһеҙ ҡыуандым», – тип хәбәр итә Тамара Ғәниева социаль селтәрҙәрҙә.
Күпселек тауыштар менән Гран-приға (100 мең һум премия) «Шүрәле» романы өсөн шағирә Светлана Чураева лайыҡ тип табылды.
Беренсе урын – Ишембайҙан шағирә Ғәлиә Кәлимуллина, «Ҡояш эҙләйем» шиғырҙар йыйынтығы өсөн.
Икенсе урын – шағир Фәнил Бүләков, «Асыҡ дәрес» поэмаһы өсөн.
Өсөнсө урын – яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, «Бетерә шаршыһы» китабы өсөн.
«Ижадта сиктәр юҡ» номинацияһында Мәләүез ҡалаһынан йәш шағирә Римма Шәйәхмәтова, «Ижад өсөн» номинацияһында Көйөргәҙе районынан шағир Евгений Савин еңеүсе тип табылды.