Социаль сара шәхси автомобилдәре булмаған ковид-госпиталь хеҙмәткәрҙәрен «ҡыҙыл зона»ға бушлай йөрөтөү маҡсаты ҡуйған. Такси Иглин үҙәк район дауаханаһы төҙөгән исемлек буйынса эшләй. Табиптарҙы район буйынса ғына түгел, башҡа тарафтарға ла йөрөтөү планлаштырылған.
«Бомбила плюс» такси хеҙмәте етәксеһе Разалия Ҡадир ҡыҙы үҙе акцияға ҡушылырға теләк белдерҙе. Ул изге эш менән шәхсән үҙе шөғөлләнә, табиптарҙы иртән эш урынына, кискеһен кире өйҙәренә илтә. Аҡ халатлылар өсөн ҙур ярҙам, тәүге көндән үк бер нисә заказ булды», – тип хәбәр итә Иглин районындағы «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы етәксеһе Ирина Сергеева.
Көсөргәнешле тәртиптә эшләгән табиптар үҙҙәре лә йәмғиәт ҡурсыуына мохтаж. Иглиндән шәфҡәт туташы Марина Парфенова ирекмәндәрҙең эшен юғары баһалай. Уларға рәхмәт әйтә һәм барыһына ла сәләмәтлек теләй.