Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2020, 09:30

Матбуғат баҫмалары иң мөһим тауарҙар исемлегенә индерелә

Гәзит-журналдарҙың “ғүмере” бөтөп бара, тип уйлаусылар күп. Йәнәһе, хәҙер бөтә кәрәкле мәғлүмәтте интернеттан алырға була. Ә юҡ шул, яңылышалар! Ҡағыҙ мәғлүмәт саралары иң кәрәкле тауар исемлегенән һис тә төшөп ҡалмаясаҡ. РФ Хөкүмәте лә быны хуплай.

Рәсәйҙең Журналистар союзы менән Сауҙа-сәнәғәт палатаһы берлектә баҫма продукцияны иң кәрәкле тауарҙар рәтенә индереүҙе һорап, ил Хөкүмәтенә хат ебәргәйне. Был турала яңылыҡтар таҫмаһында хәбәр таралды.

Быға Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән ялыуҙар сәбәпсе булған. Ниндәйме? Баҡһаң, ҙур сауҙа селтәрҙәре гәзит-журналдарҙы һатыуҙан баш тарта, имеш. Бынан ары улай эшләй алмаясаҡтар.

Журналистар берлегенә РФ Цифрлаштырыуҙы үҫтереү, элемтә һәм киң күләм коммуникациялар министрлығынан яңыраҡ килгән яуап хатынан күренеүенсә, баҫма матбуғатты мөһим тауарҙар исемлегенә раҫлау хуплана.

Фото: РФ Журналистар союзы сайтынан.

Читайте нас