Иммунлаштырыу миҙгеле башланғандан алып, бөтәһе төбәккә 2 миллиондан ашыу вакцина алынған. 18 декабргә был миҙгел ауырыуына ҡаршы бөтә прививкалар ҙа эшләнеп бөтәсәк. Параллель рәүештә поликлиникалар COVID-19-ҙан да инъекциялар алды.
Өфө ҡалаһының 32-се поликлиникаһында 15 меңгә яҡын кешегә киҙеүгә ҡаршы прививка эшләнгән. Ошо көндәрҙә тағы ла ике меңдән ашыу кешегә прививка яһаласаҡ. Быйыл медиктар был маҡсатҡа үҙебеҙҙә етештерелгән Ультрик менән Совигрипп тигән иң һуңғы вакциналарҙы ҡуллана.
Вакцина эшләтер өсөн шарттар үҙгәрешһеҙ ҡала. Иң беренсе сиратта, терапевт ҡарарға тейеш. Температура һәм ОРВИ-ның башҡа билдәләре булғанда, шулай уҡ хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә прививка яһатыу тыйыла.
Әйткәндәй, хәҙер киҙеүгә ҡаршы вакцинаны элекке кеүек поликлиникала йә предприятиела ғына түгел, хатта өйҙә лә яһатырға мөмкин. Коронавирус инфекцияһы шарттарында өйгә йөрөүсе мобиль бригадалар булдырылды. Иң беренсе сиратта, әлбиттә, улар оло йәштәгеләргә һәм хроник ауырыуҙары булған кешеләргә бара. Табиптар әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы пандемитяһы осоронда киҙеүгә бәйле өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймай мөһим.
Республика инфекция ауырыуҙарына һәм СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгенең халыҡты иммунопрофилактикалауҙы ойоштороу бүлеге мөдире Гүзәл Ғәбитова әйтеүенсә, киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән көндә үк йә бер ай ваҡыт үткәс, ковидҡа ҡаршы прививка ла эшләтергә мөмкин. Башҡортостанға әле яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаның икенсе партияһы килде.
Бөтәһе республика профессиональ хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр өсөн (медикатар, табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре) 1200 доза вакцина алды.