Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2020, 12:35

Күңел ҡушыуы буйынса

Вәт,исмаһам, был егеттәрсә!

Донъяла күҙгә күренмәгән дошман менән һуғыш бара – бөтә илдәр кеше ғүмерҙәрен күпләп ҡыйған мәкерле вирусҡа ҡаршы көрәшә. “Фронт”тың алғы һыҙығында – табиптар. Пандемия иғлан ителгәндән алып, улар дауаханаларҙа ал-ял күрмәй көсөргәнешле эшләргә мәжбүр. Аҡ халатлыларға ярҙам итеү, улар хаҡында хәстәрлек күреү һәр кемдең бурысы булырға тейештер.
Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылынан умартасы Кәрим Ғәлин Өфөнөң Дим районындағы ковид- госпиталь табиптарына 85 кг бал бүләк иткән.
“ Минең балым бөгөнгө заман геройҙары булған һеҙҙең, ковидгоспиталь персоналының ауыр эшен татлы итһен. Күҙәгә күренмәгән зәхмәт менән алғы һыҙыҡтаһығыҙ. Шуға ла дауаханаға хәйер – бал килтерҙем . Рәхмәт һеҙгә! Был– пиар өсөн түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса эшләнде. Умартасылар - хәйерсе кеше түгел, күптәре минең өлгөгә эйәрә ала”, – тигән ул.
Фото: vk.com.
Читайте нас