БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, капиталь төҙөкләндереү барышында медицина ҡорамалдарын, йыһаздарҙы яңыртҡандар, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһын төҙөкләндергәндәр.
Әлеге ваҡытта Нуриман районында ете педиатрия участкаһы иҫәпләнә. Дөйөм алғанда улар 4,4 мең баланы хеҙмәтләндерә. Шуларҙың 147-һе – бер йәшкә тиклемге балалар.
Ҡыҙыл Ярҙа ғына 1,3 мең бала медицина хеҙмәтләндереүендә. Хәҙер иһә Нуриман үҙәк район дауаханаһының яңыртылған поликлиникаһында балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.