Ул тапшырыуҙа 19 йәшлек улының үҙенең балаһы булыуына шикләнеүе хаҡында хәбәр итә.
Ольга Николаева икеләнеүенең сәбәбен дә асыҡлай. Баҡтиһәң, Никита өлкән ағаһы һәм ата-әсәһе кеүек донор булырға теләй. Тик ҡан тапшырғас, уның бөтөнләй икенсе төркөмгә ҡарауы асыҡлана.
Әсә кеше бала тапҡанда иҫен юғалта, ә бала үлемесле хәлдә була. Ҡатын, үҙенең, балаһы үлгән һәм уның урынына ташлап киткән баланы биргәндәр, тип уйлай.
Программа барышында ДНК-тест эшләнә. Бәхеткә күрә, Никита ҡатындың үҙ балаһы булып сыға.