Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2020, 18:05

Легендар диктор Наилә Ғәләүетдиноваға - Рәсәйҙең юғары званиеһы!

Был һөйөнөслө яңылыҡ менән "Башҡортостан ДТРК-һы директоры Азамат Салихов уртаҡлашты. Наилә Ғизетдин ҡыҙына "Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемен биреү тураһындағы указға РФ Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. ⏬

Башҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова бына 55 йылдан ашыу эфирға сыға. Ул радио һәм телевидениела мәғлүмәт, әҙәби-музыкаль программалар алып бара, эре сараларҙа алып барыусы булып эшләй, йәш коллегаларына тәжрибәһе һәм оҫталығы менән уртаҡлаша.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас