Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирустан вакцина эшләтергә теләүселәр өсөн ҡағиҙәләр менән бүлештеләр.
- Вакцинанан һуң өс көн дауамында прививка урынын еүешләтергә, сауна-мунсаға йөрөмәҫкә, хәмер эсмәҫкә һәм физик эштәрҙән баш тартып торорға кәрәк. Әгәр ҙә был ваҡытта дарыу ҡабул итәһегеҙ икән, табип менән кәңәшләшегеҙ, - тип аңлатты Һаулыҡ һаҡлау министрының урынбаҫары Ирина Кононова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, вакцинация теләк буйынса эшләнә. Республикаға килгән беренсе партияның күләме – 1,2 мең доза. Вакцина ике компонентлы, инъекциялар өс аҙна арауыҡ менән эшләнелә.