Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2020, 16:09

Иртәгә һауа торошо үҙгәреүе көтөлә

Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығында иҫкәрттеләр. Тулыраҡ:

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығында синоптиктарға һылтанма менән иртәгә, 9 декабрҙә, һауа торошоноң үҙгәрәсәге тураһында хәбәр иттеләр.
Был мәғлүмәткә яраҡлы, республикала урыны менән томан төшәсәк, 500-1000 метр арауыҡтан ғына күренәсәк. Был көндө көслө яуым-төшөм көтөлмәй.
Һауа температураһы төнөн -15º, -20º, урыны менән -22º, -27º, көндөҙ -9º, -14º, көнъяҡ-көнсығышта -5º тиклем барып етәсәк.
Ел төнъяҡтан, төнъяҡ-көнбайыштан иҫәсәк.
Фото: pixabay.com
Читайте нас