Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2020, 17:20

Бәйгегә йомғаҡ яһалды

Башҡорт балы конкурста еңгәнме?

Бөгөн “Рәсәй тәмдәре” беренсе төбәк брендтары милли конкурсына йомғаҡ яһалды.Унда илебеҙҙең 79 төбәгенән 500 заявка ебәрелгәйне. Беҙҙең республика 26 бренд тәҡдим итте. Миллиондан ашыу кеше социаль селтәрҙә 19 ноябрҙән 2 декабргә тиклем барған тауыш биреүҙә ҡатнашты. Мәртәбәле конкурста продукциялар һигеҙ номинацияла билдәләнде.24 ризыҡ еңеүсе тип табылды . Башҡортостандың төп брендтарынан һаналған башҡорт балы еңеп сыҡмаһа ла, иң яҡшылар исемлегендә. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән вкусыроссии.рф сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас