Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәйҙә ир кешенең ғүмере янғында ҡыйылған.
Идаралыҡта әйтеүҙәренсә, Бехтерев урамындағы йорт бөгөн янып киткән. Янғын һүндереүселәр бер ҡатлы 6х8 метр размерлы йорттоң яныуы тураһында белдерә.
“Ҡыҙыл әтәс” һүндерелгәндән һуң, янғын урынында 56 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған.
Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР-ның Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы