Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2020, 15:45

Радий Хәбиров: "Стәрлетамаҡтағы ковид госпитале пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер"

"Был икенсе инфекция госпитален беҙ ике айҙан ла аҙыраҡ ваҡытта төҙөнөк. Объектты 10 октябрҙә ҡора башланыҡ һәм бөгөн дауалау комплексы пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. ⏬

14 квадрат метр майҙанда 74 бокслы палата урынлашҡан, уларҙың 20-һе балаларға тәғәйенләнгән.
Дөйөм алғанда госпиталь "теге" сирле 312 пациент ҡабул итә ала. Шулай итеп беҙ хәҙер буш дауахана койкалары буйынса ҙур ныҡлыҡ запасына эйәбеҙ һәм пандемияның иң алама сценарийына әҙербеҙ.
Яңы дауаханала 36 ИВЛ аппараты, компьютер томографы, рентген-комплексы менән йыһазландырылған. Бынан тыш, хирургия блогы, бала табыу бүлеге, реанимация һәм кислород етештереү станцияһы, хеҙмәткәрҙәр өсөн 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ бар.
Беҙҙең ковид госпитале проекты уңышлы булып сыҡты, уның буйынса Рәсәйҙең башҡа бер нисә төбәгендә клиникалар төҙөйҙәр. Ҡурай формаһы эстетик яҡтан ғына түгел, медицина яғынан функциональ булып сыҡты", - тип белдерҙе төбәк башлығы.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас