Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2020, 17:37

Радий Хәбиров үҫмерҙәр һәләк булған аварияның сәбәптәрен асыҡларға ҡушты

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районында Дәүләт – Әлмөхәмәт юлында теркәлгән ҡот осҡос юл фажиғәһендә өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө.

Билдәле булыуынса, кисә төндә Daewoo Nexia менән идара иткән 16 йәшлек водитель бейә менән ҡолонға барып бәрелә һәм юлдан төшөп китә. Һөҙөмтәлә ваҡиға урынында водитель һәм 15-16 йәшлек егет менән ҡыҙ һәләк була. Тағы ла ике ҡыҙ ауыр хәлдә Белорет ҡалаһына дауаханаға һалына.
— Был төбәктә күпләп йылҡы көтәләр. Аңлашыла, бының өсөн административ яза бар. Әммә был осраҡты ныҡлап тикшерергә кәрәк. Беҙ Баймаҡта был һорауҙы күтәргәйнек. Уйларға кәрәк. Бик ауыр хәл бит, — тине бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Асыҡланыуынса, үҫмерҙәр дуҫын әрмегә оҙатҡан булған. «Әле тикшереү дауам итә: суд-медицина экспертизаһы үткәрелә, шаһиттарҙан, зыян күреүселәрҙең ата-әсәләренән һорау алына, үҫмерҙәрҙең йәшәү шарттары тикшерелә, водитель таныҡлығына эйә булмаған балаға ни өсөн транспорт сараһы бирелгәнлеге асыҡлана. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса яуаплы органдарға хоҡуҡи баһа биреләсәк», — тип хәбәр ителә Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас