Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2020, 12:28

Рәсәйҙең иң батыр егете һәм иң һылыу ҡыҙы ҡайҙан?

5 декабрҙән 18 декабргә тиклем «Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2020» Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы үтә. Унда республикабыҙ данын Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Алмас Ҡарағолов һәм Башҡорт дәүләт университеты студенты Аделина Әхмәтшина яҡлай.

"Мәғариф" милли проектына ярашлы үткәрелгән конкурсты быйыл Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй Йәштәр союзы һәм Һарытау дәүләт юридик академияһы ойоштора. Бәйгелә илдең 42 төбәгенән 74 ҡыҙ һәм егет ҡатнашасаҡ.
Алмас Ҡарағолов – Бөрйән районы егете, 22 йәш, буй оҙонлоғо – 187 сантиметр. БДАУ-ҙың энергетика факультетында агроинженерия йүнәлеше буйынса уҡый. Спорт менән шөғөлләнә, Шаяндар һәм отҡорҙар клубы лидеры, блогер.
Аделина Әхмәтшина – 18 йәш. Буйы – 174 сантиметр, Салауат районында тыуған. БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәтте өйрәнеү һәм журналистика факультетының I курс студенты. Ҡыҙ халыҡ һәм заманса хореография, психология, видеомонтаж, фотоға төшөрөү менән мауыға. Аделина – «BashBeauty» студияһы моделе.
Читайте нас