Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән сирләү осраҡтары йышыраҡ күҙәтелгән райондар буйынса мәғлүмәтте хәбәр итте. Статистикаға яраҡлы, Өфө ҡалаһы сирлеләр һаны буйынса лидер булып ҡала. Бөгөнгө көнгә баш ҡалабыҙҙа коронавирус менән сирлеләр 5292 кеше.
Икенсе урында Туймазы районы. Бында барлығы 919 сирле теркәлгән. Артабан сирлеләр һаны буйынса Бәләбәй районы (787). Иң аҙ сирлеләр Межгорьела – оҙайлы ваҡыт эсендә бында сирлеләр һаны өс кешенән артмай.
Һуңғы тәүлектә сирлеләр һаны иң күбе Туймазы районында артҡан – 34 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйғандар. Тағы 30 кеше Өфө ҡалаһында, 17 кеше Бәләбәй районында, 10 кеше Октябрьскийҙа, 9 кеше – Баҡалы районында “тажлы зәхмәт” йоҡторған.
Тәтешле һәм Бишбүләк райондарында алтышар кеше, Стәрлетамаҡта, Бөрө һәм Шишмә райондарында дүртешәр пациент яман сиргә дусар булған. Балтасы, Көйөргәҙе һәм Миәкә райондарында өсөшәр кешенең, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Белорет райондарында икешәр кешенең анализдары ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Ишембай, Әлшәй, Күгәрсен, Миәкә һәм Федоровка райондарында сирлеләр һанына берешәр кеше өҫтәлгән.
Һуңғы тәүлек эсендә республикала 144 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған. Тағы ла ике кешенең тажзәхмәттән донъя ҡуйыуы билдәле булды.