Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2020, 11:20

Иҫке Монасипта ФАП төҙөлә

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.

Әле бинала эске биҙәкләү эштәре башҡарыла. Бүләмәләргә ишек-тәҙрәләр ҡуйылған, яҡтылыҡ, йылытыу ҡоролмалары һуҙылған. Медицина пункты дүрт бүлмәнән торасаҡ.
Иҫке Монасип ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты декабрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас