Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2020, 20:51

Дмитрий Дюжев Сибайға килеп ҡайтты

Билдәле артист мәкерле сир менән алғы һыҙыҡта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, социаль хеҙмәткәрҙәргә «Евгений Онегин» моноспектаклен тәҡдим итте.

Ижади осрашыуҙы «Алға, Сибай!» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Зал 30 процентҡа ғына тулы ине. Тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы, актерға «афарин» ҡысҡырҙы. Шулай уҡ сәхнәлә «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мироколица» урыҫ йыры ансамбле һәм Ғәлиә Бжикова матур сығыш яһаны. Тамаша һуңында Дмитрий Дюжев ҡала халҡы менән аралашты.
Сибай мэры Рөстәм Афзалов Дмитрий Дюжевҡа иҫтәлеккә йәшмәнән эшләнгән картина бүләк итте.
Фото: «КП».
Читайте нас