Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2020, 11:30

Тағы нисә көн ошолай торасаҡ?

Был һалҡын оҙаҡҡа килдеме икән? Эйе, ҡыш шулай булырға тейеш тә ул...

Антициклон беҙҙә тағы ун көнләп ҡаласаҡ. Синоптиктар шулай ти.
7 - 15 декабргәсә урыны менән көндөҙ 16 градусҡаса һыуытыр, төндә 25 градус булыр. Бындай ғына һыуыҡты күргән бар. Тап ҡышса көн: ҡояш балҡып торор, һыуыҡ танауҙы өшөтөр.
Тик иртәнсәк бер аҙ томан күҙәтелер. Ел дә талғын ғына иҫкеләп торор.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, кейенеп йөрөгөҙ!
Фото: Автор фотоһы.
Читайте нас