Һуңғы булып стартта ҡатын-ҡыҙҙар эҙәрлекләү бәйгеһендә көс һынашты. Бында ла беҙҙекеләр баҫтырыусылар рәтендә һөйрәлде. Миронова менән Казакевичтың старт һандары лидерҙар янында булһа ла, улар булған мөкинлектәре файҙалана алманы. 44-cе булып ярышты башлаған Павлова, һөҙөмтәлә финишта 13-сө булды. Миронова – 14-cе, Казакевич - 16-сы, Кайшева – 50-cе һәм Воронина ярышты тамамлай алманы.