Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2020, 07:30

Әлшәйҙә заманса кинозал асылды

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса Кино фондының 500 мең кешегә тиклем халыҡ йәшәгән урындарҙа кино залдарына ярҙам итеү конкурсында тап Раевка ауылы еңеп сыҡты. ⏬

Район мәҙәниәт һарайында сафҡа ингән 400 урынлыҡ зал кино тамашасыларына үҙҙәре яратҡан картиналарҙы рәхәтләнеп ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.
Әйтергә кәрәк, элек бында киновидео селтәре фильмдар күрһәткән, район кинотеатры ла булған. Тик быларҙың барыһы ла 2000 йылдар башында юҡҡа сыҡҡан.
Кино залын йыһазландырыу өсөн 5 млн һумлыҡ грант бүленгән. Был аҡсаға проекторҙар, тауыш аппараттары һәм күләмле күрһәтеүсе күҙлектәр һалып алынған. Репертуарға мотлаҡ рәүештә милли, заманса һәм совет фильмдары, балалар өсөн кино әҫәрҙәре инәсәк.
Быйыл Кино фонды субсидиялары ярҙамында Башҡортостанда алты кино залы асыласаҡ. Икәүһе Дәүләкәндә, ҡалғандары Иглиндә, Раевкала, Саҡмағошта һәм Стәрлебашевта урынлашасаҡ. Уларҙың һәр береһенә кире ҡайтармау шарты менән бишәр миллион һум аҡса бирелгән.
Фото: Министерство культуры республики Башкортостан
Читайте нас