Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2020, 17:10

Ирҙәр ниңә ғаиләһен ташлай?

Бер ир ҡатыны менән һигеҙ йыл йәшәгән, малайҙары үҫеп килә, ә ул китергә булған. Бында ҡатыны ғәйепле, имеш. Ни өсөн? Шул турала социаль селтәргә яҙып һалған.

Баҡһаң, ҡатындарҙың айырылышыуға килтергән биш хатаһы бар икән. Яҙған ир быны үҙ башынан кисергән дә, типик хаталар рәтенә индергән. Ҡарайыҡ, булмаһа, нишләгән икән уның ҡатыны...

Беренсенән, - тигән теге ир, - ул күберәк минең менән командир кеүек һөйләшә ине. Шундай тойғо кисерҙем: мин уның эте һәм команда буйынса эшләргә тейешмен...“

Икенсенән, мөнәсәбәттәрҙе уңайлы итеү урынына, ҡатыным юҡ ерҙән проблема сығарҙы...”

Ирҙәрҙе тәндән айырмағыҙ, зинһар! Интим тормош ҡатынға ла кәрәк ул. Түшәктә беҙҙән үс алырға тырышмағыҙ. Ҡатынынан юҡ икән, ситтән таба ир... Быныһы - өсөнсө хатаһы”.

Дүртенсенән, ир тегене тейеш, быны тейеш, тигәнде йыш ишетәбеҙ. Эйе, дөрөҫтөр ҙә. Әммә ҡатын нимәлер эшләргә илһамландырыр урынға гел тылҡып тора. Имеш, теге бисәгә ире ҡиммәтле бүләк алған, беҙҙә аҡса юҡ...”

Бишенсе хатаһы: ҡатыным минән иң яҡшыны талап итте, тик үҙе яҡшырырға ынтылманы. Йыртыҡ халаты ла тишек колготкалары шул тиклем йәнде көйҙөрҙө. Эйе, бисәләр өйҙә лә ҡупшы йөрөргә тейеш. Матур эске кейем дә булһын ине...”

Бына шулай икән. Был ир үҙе лә бигерәк талапсан түгелме ул? Хәйер, улай күренмәгән дә һымаҡ. Ул ошо яҙмаһы менән (йәнәһе, ҡатындар уҡый ҙа, хата яһамай) күп ғаиләләрҙе тарҡалыуҙан ҡотҡарырына ышана. Тик айырылышыуҙа, ғәҙәттә, бер кеше генә ғәйепле булмай шул...

Фото: pixabay.ru

Читайте нас