Бөгөн төндә Әбйәлил районының Атауҙы ауылы янында ҡот осҡос авария теркәлгән. Daewoo Nexia менән идара иткән 16 йәшлек водитель бейә менән ҡолонға барып бәрелә һәм юлдан төшөп китә.
Һөҙөмтәлә ваҡиға урынында бәлиғ булмаған водитель һәм 15-16 йәшлек егет менән ҡыҙ һәләк була. Тағы ла ике ҡыҙҙы ауыр хәлдә Белорет ҡалаһына дауаханаға оҙатҡандар.
Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, мәрхүмдәрҙең туғандарына психологик ярҙам күрһәтеү өсөн Асҡар үҙәк район дауаханаһынан психологтар ебәрелгән.