Йыл буйына өҙлөкһөҙ эшләүсе тәүге йәрминкә Өфөнөң Дим районында урынлашҡан.
Ауыл хужалығы тауарҙары сауҙа майҙанының тулы адресы: Хәҡиҡәт (Правда) урамы, 29-сы йорт ҡаршыһы.
Төп маҡсат: фермерҙарға үҙ продукцияһын һатырға ярҙам итеү. Шулай уҡ ҡала халҡын сифатлы, экологик аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү.
Павильондар уңайлы, төрлө миҙгел өсөн ҡулайлаштырылған.