Кисә, 4 декабрҙә, Илеш районының Буралы ауылында янғын ике ирҙең ғүмерен өҙгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡта хәбәр итеүҙәренсә, ҙур булмаған ағас йорт янып киткән. Янғынды һүндергәндән һуң ҡотҡарыусылар йорт урынында ике ирҙең кәүҙәһенә юлыҡҡан. 73 йәшлек ҡарт тере булған әле, әммә табиптар уға ярҙам итә алмаған. 47 йәшлек ирҙең дә ғүмерен янғын өҙгән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта фажиғәле хәлдең барлыҡ шарттарын аныҡлай.