Документҡа ярашлы БР Хөкүмәте түбәндәгеләрҙе башҡарасаҡ:
1) Башҡортостан муниципалитеттары араһында төҙөкләндереү өлкәһендә Өлфәт Мостафин исемендәге Республика премияһын булдырыу. Ул йыл һайын биреләсәк һәм йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса иң яҡшы инициативаларҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк;
2) Халыҡ-ара кимәлдә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында йыл һайын волейбол турниры уҙғарыу;
3) Өфөнөң Калинин районында Волейбол үҙәге төҙөлөп бөткәс уға Өлфәт Мостафин исемен биреү.
Саҡмағош районы хакимиәтенә Өлфәт Мансур улы уҡыған Иҫке Бәшир ауылы мәктәбенә таҡтаташ ҡуйырға, район үҙәгендәге бер урамға данлыҡлы яҡташтарының исемен бирергә тәҡдим ителде.
Указды тормошҡа ашырыуға кәрәкле финанс сығанаҡтарын табыу Башҡортостан Хөкүмәте иңенә ятасаҡ.