Бында иһә, Рәсәй һылыуҙары, саҡ ҡына булһа ла ир-аттарҙан һөҙөмтәлерәк күрһәткескә өлгәште. Миронова менән Казакевич атыу рубежында бәрәр тапҡыр хаталанып, һөҙөмтәлә тәүгеһе финишта унынсы булһа, ярыш дебютанты 13-сө ваҡыт күрһәтте. Воронина атыу рубежын хатаһыҙ үтһә лә, тиҙлек яғынан күпкә ҡалышып, тик 27-се генә булды. Ә бына Павлова менән Кайшева өсәр тапҡыр хаталанып, 44-се һәм 54-се ваҡыт күрһәтте. Гәрәева иһә, финишҡа бөтөнләй 81-се булып килде. Бында ла ир-аттарҙығы һымаҡ, (унда ағалы-ҡустылы Бёлар беренсе, өсөнсө урындарҙы яуланы), апалы-һеңлеле Эбергтар алтын һәм бронза миҙалды яуланы.