Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2020, 21:20

Еңел аҡса эшләү юлын тапҡандар

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе вәкилдәре коронавирус булмауы тураһында ялған справкалар биреүсе республикалағы биш сайтты асыҡлаған.

Был “лаборатория”ларҙа сит илдән ҡайтыусылар вируслы булмауҙары тураһындағы белешмәне һатып ҡына алған. Улар интернет аша ғына үҙҙәренең мәғлүмәттәрен ебәргән. Хатта ҡайһы бер ресурстар электрон адрес буйынса ғына ебәрмәй , граждандарҙың өйҙәренә тиклем килтереп тапшырыуҙы ойошторған. Ялған медицина документын эшләүсе хеҙмәттәргә сит илдән ҡайтыусылар, эшкә урынлашыусылар, дауаханаға ятырға әҙерләнеүселәр, үҙҡурсаланыу режимынан сығыусылар мөрәжәғәт иткән.
Был хәл буйынса йәмәғәт ойошмаһы Генераль прокуратурағаға мөрәжәғәт иткән.
Фото:forexdengi.com
Читайте нас