Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабря 2020, 14:00

Берәҙәк ҡатын үҙен ҡунаҡҡа саҡырған танышын үлтергән

Был ҡурҡыныс хәл ике көн элек Мәләүездә була.

Мәләүездә берәҙәк тормошо алып барыусы 48 йәшлек ҡатын танышын үлтереүҙә ғәйепләнә. Республиканың Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ул үҙ ғәйебен таныған.
2 декабрь көндөҙ хоҡуҡ һаҡлаусыларға ҡала фатирҙарының береһендә 47 йәшлек ҡатындың мәйете табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Полиция хеҙмәткәрҙәре шул уҡ көндө енәйәтсене таба.
Тәфтишселәр фекеренсә, енәйәтсе ике аҙна буйы ҡорбанының фатирында йәшәгән. 2 декабрь төндә улар араһында ғауға ҡуба: хужабикә ҡунаҡты әрһеҙлектә ғәйепләй. Ене ҡупҡан берәҙәк ҡатындың күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә һәм ҡаса. Үле кәүҙәне күршеләре таба.
Әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса тикшереү алып барыла.
Фото: pixabay.com
Читайте нас