Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2020, 10:20

Белорет районының Аҙнағол ауылында ҡотороу сиренә карантин индерелде

Ауыл халҡына һөжүм иткән бүрелә хәүефле вирус барлығы асыҡланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 ноябрҙә Белорет районының Аҙнағол ауылында йәшәүсе оло йәштәге ир менән ҡатынға бүре һөжүм итә. Пенсионерҙар йыртҡыстан саҡ ҡотолоп, өйҙәренә йүгереп инеп өлгөрә. Уларҙы дауаханаға оҙаталар. Һуңынан ваҡиға урынына тикшереүгә килгән полиция хеҙмәткәре бүрене атып үлтерә.
Ветеринарҙар бүрене тикшергәс, анализдар унда ҡотороу вирусы барлығын күрһәткән. Әлеге ваҡытта йыртҡыс менән бәйләнешкә ингән һәр кемгә медицина ярҙамы күрһәтелә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, ауылда 30 ноябрҙән карантин иғлан ителде. Шуға бәйле ауылда йорт хайуандары менән һатыу итеү, күргәҙмәләр ойоштороу, хайуандарҙы карантин биләмәһенән сығарыу ҡәтғи тыйыла.
Фото: Bash.News.
Читайте нас