23 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем арауыҡта ниндәй аҙыҡ-түлек ҡыйбатайған, ә ҡайһылары, киреһенсә, арзаныраҡ тора?
Башстат белгестәренең мәғлүмәтенә яраҡлы, республикала ноябрь аҙағында иң нығы ҡыярҙың ҡыйбатайыуы күҙәтелә – 12%. Помидорҙар ҙа ҡалышмай - 4,7%. Ҡиммәтерәк һатыла башлаған. Был йәшелсәләрҙең бер килограммға уртаса хаҡы хәҙер 80,76 һум һәм 99,50 һум.
Уның ҡарауы тултырманы (колбаса) 3%, сарделька һәм сосискаларҙы 2% арзаныраҡ һатып алырға мөмкин. Был продукттарҙың бер килограммы хәҙер уртаса 430,64 һәм 335,73 һумға һатыла.